Өфөлә «Йәшлек шоу» республика йәштәр фестиваленең гала-концерты үтәсәк

Өфөлә «Йәшлек шоу» республика йәштәр фестиваленең гала-концерты үтәсәк

Гала-концерт 9 декабрь көнө «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтәсәк.

«Йәшлек шоу» йәштәр фестивале Башҡортостандың күп милләтле йәштәрен рухи-әхлаҡи һәм илһөйәрлек рухында тәрбиәләү, уларҙың  ижади кимәлен күтәреү өсөн уҙғарыла.

Сараны ойоштороусылар — Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Мәҙәниәткә булышлыҡ итеү үҙәге.

«Йәшлек шоу» республика йәштәр фестивале 25-се тапҡыр уҙғарыла.

Фестивалдә 16-30 йәшлек башҡарыусылар ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә.

Фестиваль дүрт этапта үтә. Һайлап алыу туры ситтән тороп «Бәйләнештә» социаль селтәрендә, «Музыка, һүнмә» төркөмөндә, шулай уҡ Республика халыҡ ижады үҙәге төркөмөндә бара.

 Конкурста ҡатнашыу өсөн башҡорт телендә йыр яҙҙырып, видеоны «Йәшлек шоу» тигән билдә менән Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра. электрон почтаһына ебәрергә кәрәк.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb