Күптән түгел, 7 октябрь көнө, “Башҡортостан” дәүләт концерт залында “Йәшә, Башҡортостан” тип аталған һәм яҡынлашып килгән Республика көнөнә арналған әҙәби-музыкаль кисә үтте. Сараны Мәҙәниәт министрлығы һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ойошторҙо.
Халыҡ шағирҙары һәм күренекле һүҙ оҫталары сәхнәнән шиғырҙар уҡыны. Байрамды танылған шағирә Ғәлиә Кәлимуллина менән йәш шағир Денис Ғилманов алып барҙы. Яҙыусылар союзы был Шиғриәт байрамына килгән һәр кемгә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм оло байрамыбыҙ менән тәбрикләне.