Өфөлә китап йәрминкәһендә “Һаумы, hаумы, әкиәт!” төбәк-ара конкурс еңеүселәре иғлан ителәсәк

Өфөлә китап йәрминкәһендә “Һаумы, hаумы, әкиәт!” төбәк-ара конкурс еңеүселәре иғлан ителәсәк

17 апрелдән 27 майға тиклем Башҡортостанда Республика халыҡтарының туған телдәрендә донъя халыҡтары әкиәттәрен башҡарыусыларҙың “Һаумы, һаумы, әкиәт!” төбәк-ара конкурсы уҙа.

Проект Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының туған телдәрен һәм мәҙәниәттәрен яҡлау һәм популярлаштырыу маҡсатында уҙғарыла. Конкурста мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары тәрбиәләнеүселәре, дөйөм белем биреү учреждениеларының, өҫтәмә белем биреү учреждениеларының I-IV класс уҡыусылары, мәктәпкәсә, дөйөм белем биреү учреждениеларының фольклор коллективтары, шулай уҡ ғаилә фольклор коллективтары ҡатнаша ала.

Конкурс “Яңғыҙ башҡарыу” (әкиәтте сағыу уҡыу); “Әкиәтте сәхнәләштереү”; “Мультипликация һәм анимация фильмы” (туған телдә халыҡ әкиәттәре) номинациялары буйынса уҙғарыла.

Ижади ярышта ҡатнашыу өсөн 2023 йылдың 10 майына тиклем конкурстың муниципаль этабында еңеүселәрҙең сығыштары менән видеояҙмалар, номинация күрһәтелгән ҡатнашыу өсөн ғаризалар, шәхси мәғлүмәттәрҙе эшкәртеүгә ғаризаларҙы Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра. электрон почта адресына ебәрергә кәрәк.

Конкурста ҡатнашыусыларҙың эштәре “Бәйләнештә” социаль селтәрендә урынлаштырыласаҡ: https://vk.com/public201844941

Конкурстың положениеһы менән Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы сайтында танышырға мөмкин (https://education.bashkortostan.ru/documents/active/416154/).

Конкурсҡа йомғаҡ 2023 йылдың 27 майында Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты алдындағы майҙанда үткән “Китап-байрам” халыҡ-ара китап йәрминкәһе сиктәрендә уҙа. Гран-при яулаусылар, еңеүселәр, призерҙар, номинанттар Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы дипломдары һәм иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнәсәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 26-28 майҙа Өфөлә тәүге тапҡыр “Китап-байрам" китап йәрминкәһе ойошторола. Унда ҙур нәшриәттәр, китап магазиндары, моделле китапханалар, шулай уҡ яҙыусылар, рәссамдар, драматургтар һәм сәнғәт белгестәре ҡатнаша. Йәрминкә сиктәрендә, яңы китаптар һатыуҙан тыш, танылған әҙәбиәтселәр менән осрашыуҙар, шулай уҡ йәш авторҙарҙың ижады менән танышыу ойошторола. "Китап-байрам" мәҙәниәт һәм мәғариф өлкәһендә аралашыу, илһөйәрлек тәрбиәһе һәм төрлө башланғыс майҙанына әүереләсәк.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb