Өфөлә композитор Хөсәйен Әхмәтовтың мираҫына арналған концерт үтте

Өфөлә композитор Хөсәйен Әхмәтовтың мираҫына арналған концерт үтте

22 ғинуарҙа РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөсәйен Әхмәтовтың исемен йөрөткән Башҡорт дәүләт филармонияһында маэстроның тыуған көнө уңайынан концерт үтте. Йыл һайын ойошторолған был проект Хөсәйен Фәйзулла улының әҫәрҙәрен – йыр, романс һәм сюиталарын танытыуға йүнәлтелгән.

Концертта Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, дирижер Линар Дәүләтбаев етәкселегендәге Башҡортостандың Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры, филармония солистары - Башҡортостандың халыҡ артистары Радик Вәлмөхәмәтов, Лилиә Ишемйәрова, Рушан Биктимеров, Римма Амангилдина, Артур Туҡтағолов, Миңзифа Исҡужина, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рөстәм Шаһбалов, шулай уҡ Фларида Иркина, Алмас һәм Рәфис Сирусиндар, Гөлшат Ғирфанова, Тимур Рамаҙанов, Алиса Йомағәлиева, Салауат Мөхәмәтйәровтар ҡатнашты. Уларҙың барыһы ла үтәлде

Улар башҡарыуында халыҡ яратып тыңлаған "Тыуған ауылым", "Ялан батыры", "Дуҫлыҡ", "Гүзәл Өфөм - башлам", “Кәкүк” һәм башҡа мәңгелек хиттар яңғыраны. Үҙе тыуып үҫкән Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылына, Һаҡмар йылғаһына арналған әҫәрҙәр композиторҙың ижадында  айырым урын биләй.

- Бындай иҫ киткес концерттың үтеүенә бик шатмын. Композиторҙарыбыҙҙың мираҫын һаҡлау һәм йәш быуынға еткереү маҡсатында беҙ ай һайын башҡорт классикаһын, көйҙәрен уйнарға тырышабыҙ. Бөгөнгө концерт иҫ киткес һәм һөҙөмтәле үтте. Программала яңы әҫәр яңғыраны - йәш дирижер, Өфө сәнғәт институты студенты Денис Баймөхәмәтов, үҙе партитура яһап, тәүге тапҡыр оркестр менән дирижерлыҡ итергә сыҡты, - тип һөйләне Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестрының художество етәксеһе Линар Дәүләтбаев.

Өфөлә композитор Хөсәйен Әхмәтовтың мираҫына арналған концерт үтте
Өфөлә композитор Хөсәйен Әхмәтовтың мираҫына арналған концерт үтте
Өфөлә композитор Хөсәйен Әхмәтовтың мираҫына арналған концерт үтте
Өфөлә композитор Хөсәйен Әхмәтовтың мираҫына арналған концерт үтте
Өфөлә композитор Хөсәйен Әхмәтовтың мираҫына арналған концерт үтте
Өфөлә композитор Хөсәйен Әхмәтовтың мираҫына арналған концерт үтте
Өфөлә композитор Хөсәйен Әхмәтовтың мираҫына арналған концерт үтте
Өфөлә композитор Хөсәйен Әхмәтовтың мираҫына арналған концерт үтте

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb