Өфөлә IX асыҡ хор дирижерҙар конкурсы үтә

Өфөлә IX асыҡ хор дирижерҙар конкурсы үтә

Ағымдағый йылдың 27-30 март көндәрендә  Өфө ҡалаһында  IX асыҡ хор дирижерҙар бәйгеһе уҙа. Сара  билдәле башҡорт композиторы- Шамил Ибраһимовтың тыуыуына 95 йыл тулыуға арнала.

Ойоштороусылар — Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Мәҙәниәт министрлығының мәғариф буйынса республика уҡыу-методик үҙәге, Өфө дәүләт сәнғәт институты.

Бәйгенеү маҡсаты: башҡорт композиторҙарының хор ижадын, классик һәм заманса хор музыкаһын пропагандалау, хор йыры сәнғәтен һәм дирижерлыҡты үҫтереү, талантлы хор дирижерҙарын асыҡлау, йәш дирижерҙарҙы тәрбиәләүҙә өҫтәмә стимул булдырыу, музыкаль-педагогик һәм башҡарыу мәктәбе традицияларын һаҡлау. Конкурс һөнәри белем биреү учреждениеларында белгестәр әҙерләүҙең сифатын арттырыуға, педагогик тәжрибә алмашыуға, ижади даирәне киңәйтеүгә йүнәлтелгән.

Бәйгелә Өфө сәнғәт училищеһы, Октябрьский һәм Салауат музыка колледждары, Салауат Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы, Ырымбур өлкәһе Быҙаулыҡ музыка колледжынан конкурсанттарҙәң ҡатнашыуы көтөлә.

Бәйгеселәрҙе А.В. Свешников исемендәге дәүләт академия рус хорының художество етәксеһе Евгений Волков рәйеслегендәге жюри баһалаясаҡ.

Шулай уҡ бәйге сиктәрендә жюри рәйесе, А.В. Свешников исемендәге дәүләт академия рус хорының художество етәксеһе Евгений Волков оҫталыҡ дәрестәре бирәсәк. «Юрлов уҡыуҙары» Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһын уҙғарыу ҡаралған.

Башҡортостандың Т. Сәйфуллин исемендәге Дәүләт академия хор капеллаһы  һәм С.Г. Эйдинов исемендәге Магнитогорск дәүләт академия хор капеллаһынан  концерт күрһәтеләсәк.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb