Өфөлә композитор Зөһрә Фәйзуллинанының хәтер кисәһе уҙасаҡ

Өфөлә композитор Зөһрә Фәйзуллинанының хәтер кисәһе уҙасаҡ

30 мартта Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы шағирә, һәүәҫкәр композитор Зөһрә Фәйзуллинанының хәтер кисәһенә саҡыра. «Йөрәгемдә сыңлар бер йыр...» тип аталған тамашала Зөһрә Хәдит ҡыҙы ижад иткән билдәле йырҙарҙы республика сәхнә йондоҙҙары башҡарыуында яңғыраясаҡ.

Шағирә, драматург, үҙешмәкәр композитор Зөһрә Фәйзуллинаның күп кенә йырҙары киң танылыу яулап өлгөрҙө. Башҡортостандың атҡаҙанған артискаһы Алһыу Бәхтиева башҡарыуындағы “Мәктәп вальсы” һәр йыл һайын сығарылыш кисәләрендә яңғырай. “Өсмөйөшлө хаттар” йырын, моғайын, Бөйөк Еңеүҙең бер сағылышы итеп ҡабул итергә булалыр. Ә инде “Арҡайым”, “Саралар юҡ”, “Әхирәттәр”, “Атайым”, “Илекле ҡыр”, “Үҙем генә беләм”, “Тәгәрәп китте йөрәгем” кеүек билдәле йырҙары моң эйәһенең үҙ булмышын танытып тора. “Әбйәлилем” тип тыуған яҡтары өсөн йән атыуы ла уның ижадында сағылыш таба. Әҙиптең ошо һәм башҡа ижад емештәре «Ишектәрем асыҡ дуҫтарға», «Тәңкә һалдым», «Күңелемдең иләҫ-миләҫ сағы» тип аталған музыкаль дисктарына тупланған.

Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы коллективы әҙибә Зөһрә Фәйзуллинаның хәтер кисәһен хисле музыкаль кисә итеп үткәрмәксе.

Электрон билеттар филармония сайтында ошо һылтанма буйынса һатыла.

"Пушкин картаһы"н ҡулланырға мөмкин.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb