Өфөлә Конгресс-холда «Мин яратам һине, тормош!» республика фестивале үтте

Өфөлә Конгресс-холда «Мин яратам һине, тормош!» республика фестивале үтте

Оло йәштәгеләр араһында етенсе тапҡыр ойошторолған был фестиваль урындарҙа, һуңынан район буйынса иң сағыу сығыш яһаған коллективтарҙы асыҡланы. Иң яҡшы тип табылған ансамблдәр Архангель районында үткән төбәк турында билдәле йырсы Нәзифә Ҡадирова етәкселегендәге абруйлы жюри алдында «имтихан тотто». «Мин яратам һине, тормош!» фестиваленең йомғаҡлау сараһын БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Л. Х. Иванова асып, Ололар көнө уңайынан барыһына ла изге теләктәрен еткерҙе. — Фестиваль күгендә йылдың-йылы яңы йондоҙҙар балҡыуы ҡыуаныслы. Бөгөн сәхнәлә йыр-бейеүҙә республика буйынса иң шәп тип табылғандарҙың сығыштарын күреү бәхетенә ирешәһегеҙ. Оло йәшкә етһәләр ҙә, күңелдәре һәр саҡ йәш булған дәртле әртистәребеҙҙең һәр ҡайһыһының сығышы һоҡланғыс. Киләсәктә фестивалдең офоҡтары киңәйтеләсәк, ул асыҡ буласаҡ, йәғни республикабыҙҙа башланғыс алған был ижади бәйгелә Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән дә оло йәштәгеләр үҙ һөнәрен күрһәтә аласаҡ, — тине Ленара Хәким ҡыҙы. Тәбрикләү һүҙенән һуң министр еңеүселәргә дипломдар һәм бүләктәр тапшырҙы. Күп халыҡты йәлеп итеп, концерт номерҙарын юғары кимәлдә башҡарған Әбйәлил районы «Иң яҡшы концерт программаһы» номинацияһында гран-приға лайыҡ булды.

Ғөмүмән, фестивалдә сығыш яһаған ветерандар ижадҡа, йыр-бейеүгә маһирлыҡтары менән өлкән йәштәгеләргә ҡарата «ҡарттар, ололар» тигән ҡарашты юҡҡа сығарҙы. Улар үҙ өлгөләрендә йәштәргә тормошто нисек яратырға, нисек йәшәргә кәрәклеген күрһәтте.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb