16 ғинуар 12.00 сәғәттә актер, драматург, педагог, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы Илшат Хәлил улы Йомағоловҡа мемориаль таҡтаташ асыласаҡ.
Илшат Хәлил улы Йомағоловтың башҡорт милли сәнғәтен, драматургияһын үҫтереүгә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Күңелен, рухи донъяһын сәхнә тормошона арнап, сәнғәт күгендә сағыу шәхес булып танылған драматург һәм актер Илшат Йомағолов үткер ҡәләме аша ла, башҡарған ролдәре менән дә башҡорт драматургияһын һәм театр сәнғәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән.
19 ғинуар көнө, 19.00 сәғәттә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә Илшат Хәлил улы Йомағоловтың тыуыуына – 85 йыл тулыуға арналған ижади хәтер кисәһе үтәсәк.