29 августа Өфөлә күренекле бейеүсе, балетмейстер һәм педагог, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Шамил Тереғоловҡа (1947-2008) иҫтәлегенә таҡтаташ асыу тантанаһы булды. Сарала Шамил Әхмәт улының туғандары һәм яҡындары, хеҙмәттәштәре, уҡыусылары, мәҙәни йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнашты.
Таҡтаташты асыу хоҡуғы Шамил Тереғоловтың ҡатыны, башҡорт опера һәм балет театры балет труппаһының баш балетмейстеры һәм сәнғәт етәксеһе, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисткаһы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Леонора Ҡыуатоваға тапшырылды.
“Шамил Әхмәт улы иҫ киткес һәләтле шәхес, аралашыусан, изге күңелле, энциклопедик белемле кеше булды,– тип иҫкә алды сараға килеүселәр.– Ул бейеү сәнғәтен үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары Рәсәй һәм Башҡортостан мәҙәниәте тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылған”.
Шамил Әхмәт улы Тереғолов Өфөлә тыуып үҫкән. Балет сәнғәтендәге тәүге аҙымдарын ул Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры студияһында яһай. 1967 йылда Пермь хореография училищеһын тамамлағандан һуң Өфөгә ҡайта һәм балет труппаһының төп солисы булып эш башлай.
Студент йылдарында уҡ Шамил Әхмәт улы үҙен Пермдең үҙешмәкәр ижади коллективтары педагогы булараҡ һынай. Оло быуын хеҙмәттәштәре уның ғәҙәти булмаған педагогик һәләтен, балет хәрәкәтен аныҡ һәм образлы аса белеү оҫталығын билдәләй.
Шамил Тереғолов 23 йыл Өфө сәхнәһендә бейей. Балет сәнғәтен һөйөүселәр уны классик һәм милли балеттарҙа үҙенсәлекле һәм лирик партияларҙы башҡарған сағыу, төрлө яҡлап һәләтле бейеүсе булараҡ хәтерендә ҡалдыра: Яуыз Гений («Аҡҡош күле», Петр Чайковский), Ганс («Жизель», Адольф Адан), Шүрәле («Шүрәле», Фәрит Яруллин), Базиль һәм Эспада («Дон Кихот», Людвиг Минкус), Принц («Щелкунчик», Петр Чайковский) һәм башҡалар.
Сәхнәлә уңышлы ижад итеү менән бер рәттән Шамил Әхмәт улы театрҙа, Өфө сәнғәт училищеһының хореография бүлегендә һәм Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблендә, Р.Нуриев исемендәге Башҡорт хореография училищеһында уҡытыусы-репетитор булып эшләй. Уның уҡыусылары араһынан халыҡ-ара конкурс лауреаттары, дипломанттары һәм призерҙары, донъяның төрлө театрҙарының балет труппалары бейеүселәре үҫеп сыға.
1990 йылда Шамил Тереғолов Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры балет труппаһының художество етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Республикала ғына түгел, Рәсәй һәм халыҡ-ара сәхнәләрҙә лә башҡорт балетының абруйы уның исеме менән бәйле. Ул төп ролдәргә талантлы йәштәрҙе ҡыйыу тәҡдим итә, балет артистарында юғары хореографик мәҙәниәт, мөхәббәт һәм сәхнәгә тоғролоҡ тәрбиәләй.
Тереғолов Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивален ойоштороусыларҙың береһе булды. Был сара йыл һайын Өфө сәхнәһендә Рәсәйҙең төрлө театрҙарынан һәм сит илдәрҙән танылған бейеүселәрҙе йыйыуын дауам итә.
Күп йылдар Шамил Әхмәт улы хореограф һәм ҡуйыусы балетмейстер булараҡ уңышлы эшләй. Опера сәхнәһендә ул Людвиг Минкустың «Пахита», Нариман Сабитовтың «Шопениана», «Алтын асҡыс сере», Лев Степанов менән Заһир Исмәғилевтең «Сыңрау торна», Петр Чайковскийҙың «Йоҡоға талған һылыуҡай» балеттарын һәм башҡа спектаклдәрҙе ҡуйҙы.
Төрлө йылдарҙа Шамил Тереғолов Японияла, Бүрәт Республикаһында, Астана ҡалаһының Милли опера һәм балет театрында (Ҡаҙағстан), Мерсин ҡалаһының Дәүләт опера һәм балет театрында (Төркиә) эшләй. Хореографтың һуңғы спектаклдәре – Бүрәт академия опера һәм балет театрында ҡуйылған «Аҡҡош күле» (2005) һәм «Ромео һәм Джульетта» (2006). Шамил Әхмәт улы тәрбиәләнеүселәре менән бергә Америка Ҡушма Штаттарына, Голландияға, Францияға, Италияға, Бельгияға, Мысырға, Португалияға, Таиландҡа гастролдәргә сыға.
- Бөгөнгө сара - балетмейстерыбыҙ, хореографыбыҙ, педагогыбыҙға хөрмәт белдереү ул. Был беҙҙең кешелеклелек бурысыбыҙ. Бөгөн, Шамил Әхмәт улының тыуған көнөндә, беҙ театрыбыҙ Өфө ҡалаһына бүләк итәсәк иҫтәлекле таҡтаташтарҙы асыу сараларын башлайбыҙ,– тине Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры директоры Илмар Әлмөхәмәтов.
Тиҙҙән Өфөлә тағы ла ике легендар шәхескә – балет бейеүсеһе Зәйтүнә Насретдиноваға һәм йырсы Мәғәфүрә Сәлиғәскәроваға иҫтәлекле таҡтаташтар ҡуйыласаҡ.