Өфөлә күренекле башҡорт йырсыһы Вәхит Хызыровтың яңы китабы презентациялана

Өфөлә күренекле башҡорт йырсыһы Вәхит Хызыровтың яңы китабы  презентациялана

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә,  Өфөлә күренекле башҡорт йырсыһы Вәхит Хызыровтың яңы китабының  презентацияһы үтәсәк.

 Сара бөгөн-5 апрель көнө  Өфө сәнғәт училищеһының Кесе залында уҙа.  Китаптың исеме- «Ауылда шулай…» тип атала һәм йырсының тыуған ауылына – Әбйәлил районының Таштимер ауылына, шулай уҡ атаһына Ғәлибай Мырҙабай улына бағышланған.

Китап үҙ эсенә ысын ваҡиғаларға нигеҙләнгән 62 хикәйә туплаған. Шаяртыу тойғоһо менән данлыҡлы йырсы үҙенең тормошонан ҡыҙыҡлы мәлдәрҙе һәм бала саҡта булған ваҡиғаларҙы хәтеренә төшөрә. Китапта әсәһе һәм Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған ике олатаһы хаҡында бәйән ителә.

Вәхит Хызыров – Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы йырсыһы, республиканың халыҡ йырсыһы, Шәйехзада Бабич исемендәге Дәүләт йәштәр премияһы лауреаты.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb