10 февралдә Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестры күренекле башҡорт композиторы Заһир Исмәғилевтең тыуыуына 105 йыл тулыуға арналған концертына саҡыра. Концерт "Башҡорт классикаһының алтын биттәре" абонементына инә.
Иҫтәлекле кисәлә Заһир Исмәғилев ижад иткән «Мин - россиянмын» кантатаһы, «Үлемһеҙлек» вокаль-симфоник поэмаһы, «Салауат Юлаев» операһынан өҙөктәр, «Ҡоҙаса» музыкаль комедияһынан увертюра, «Сыңрау торна» балетынан «Адажио» (Л. Степанов менән авторҙашлыҡта), «Салауат» симфоник поэмаһы, Фортепиано менән оркестр өсөн концерт, Кларнет менән оркестр өсөн поэма, өсөн симфоник увертта», «Байрам увертюраһы» һәм башҡа әҫәрҙәр яңғыраясаҡ.
Концертта республиканың танылған сәнғәт оҫталары – Башҡортостандың халыҡ артисы Диләрә Иҙрисова (сопрано), Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Артур Нәзиуллин (кларнет), халыҡ-ара, бөтә Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаттары Иҙел Аралбаев (тенор), Артур Шәрипов (баритон), Шәүрә Сәғитова (фортепиано) сығыш яһай. Тамашала Башҡортостандың Таһир Сәйфуллин исемендәге Дәүләт академия хор капеллаһы (художество етәксеһе һәм баш дирижёры - Ш.Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Алһыу Хәсбиуллина) ҡатнаша.
Дирижер – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, оркестрҙың баш дирижёры Дмитрий Крюков.
Заһир Исмәғилев – СССР-ҙың халыҡ артисы, М.И. Глинки исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, БАССР-ҙың Композиторҙар союзы рәйесе, Өфө дәүләт сәнғәт институты етәксеһе һәм уның тәүге ректоры.
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың музыкаль йәмәғәтселеге композиторҙың тыуыуына 105 йыл тулыуҙы быйыл февралдә билдәләй.
Өфө урамдарының береһе Заһир Исмәғилев исеме менән аталған, мемориаль таҡтаташ һәм һәйкәл ҡуйылған. Уның исемен Өфө дәүләт сәнғәт институты, Халыҡ-ара музыкант-башҡарыусылар конкурсы йөрөтә. Композиторҙың тыуған яғында, Башҡортостандың Белорет районында, музей асылған.
Концерт «Башҡортостан» дәүләт концерт залында киске сәғәт 7-лә башлана.
Билеттарҙы БР Милли симфоник оркестры сайтында һатып алырға мөмкин.
«Пушкин картаһы»н файҙаланырға була.