Башҡортостан Республикаһы Милли архивының төп корпусында күренекле башҡорт композиторы Заһир Исмәғилевтың тыуыуына 105 йыл тулыуға арналған «Башҡортостан музыка сәнғәтенең ғорурлығы» тигән күргәҙмә асылды.
Күргәҙмәне асыу тантанаһында Милли архив директоры урынбаҫары Ниязбай Сәлимов сәләмләү һүҙе менән сығыш яһаны. Әлеге экспозиция Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән иғлан ителгән Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы сиктәрендә әҙерләнде, тип билдәләне ул.
«Композитор, ректор Заһир Исмәғилев һәм Өфө дәүләт сәнғәт институты Башҡортостан халыҡтарының мәҙәни мираҫын һаҡлау һәм башҡорт музыка сәнғәтен үҫтереү эшенә ҙур өлөш индерҙе», — тине ул.
Башҡортостан Республикаһы Архив эштәре буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Заһир Исмәғилевтың Мәскәү консерваторияһында бергә уҡыған билдәле ҡурайсы Ғата Сөләймәнов, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим, композиторҙар Александра Пахмутова, Алмаз Монасипов һәм башҡа билдәле шәхестәр менән төшкән фотолары музейға килеүселәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.
Сарала З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының башҡорт музыкаһы факультеты деканы, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Айытҡолов сығыш яһаны. Ул танылған композитор менән аралашҡандағы иң сағыу мәлдәрҙе иҫкә төшөрҙө, Өфө дәүләт сәнғәт институты ректорының кадрҙар әҙерләү өсөн башҡа уҡыу йорттарын асыуға, йәш таланттар эҙләүгә, институт уҡытыусыларына йәшәү, эшләү өсөн уңайлы шарттар булдырыуға күп көс һалыуы хаҡында һөйләне. Аҙаҡтан Азат Айытҡолов Башҡортостандың Милли архивына СССР Министрҙар Советының 1968 йылдың 5 июнендәге «Өфө ҡалаһында дәүләт сәнғәт институтын ойоштороу тураһында» ҡарарының күсермәһен тапшырҙы һәм ҡурайҙа халыҡ көйөн уйнап күрһәтте.
«Күргәҙмә миңә бик оҡшаны. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты етәкселеге исеменән ошондай мөһим экспозицияны ойошторғандары өсөн рәхмәт белдерәм, — тине Азат Айытҡолов. — Киләһе йылда беҙҙең юғары уҡыу йортона 55 йыл тула. Башҡортостанда музыка тарихы музейын булдырырға хыялланам. Был идеяны бөтә ерҙә лә хуплаһындар ине».
З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты студенттары Алмаз Сирусин ҡурайсы Арыҫлан Оморҙаҡовҡа ҡушылып Заһир Исмәғилевтың яратҡан башҡорт халыҡ йырҙарының береһе «Сибай»ҙы башҡарҙы.
Күргәҙмә 21 февралгәсә эшләй.