Өфөлә күренекле шағир һәм мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла тураһында спектаклдең премьераһы була

Өфөлә күренекле шағир һәм мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла тураһында спектаклдең премьераһы була

13 октябрҙә Республика халыҡ ижады үҙәгенең Мәҙәниәт йортонда «Аҡмулла» спектакленең премьераһы була. Сценарий авторы - «Табын» башҡорт халыҡ ижады коллективы режиссеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры, йырсы Илнур Лоҡманов.

Был спектакль аша тамашасылар бөйөк шағир, дин белгесе, мәғрифәтсе, башҡорт халҡының бөйөк улы Мифтахетдин Аҡмулланың тормош юлы менән таныша аласаҡ. Уның тормошо ауырлыҡтар, ҡыйынлыҡтар менән тулы булған, әммә был уға тарихта эҙ ҡалдырырға ҡамасауламаған.

Материалдар йыйыу менән яҙыусы, М.Аҡмулла исемендәге премия лауреаты, «Аҡмулла аманаты» китабы авторы Фәнис Янышев шөғөлләнгән. Шулай уҡ филология фәндәре кандидаты, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы доценты, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы кафедраһының өлкән уҡытыусыһы Айтуған Ҡолансин ярҙам иткән.

«Мифтахетдин Аҡмулла - иҫ киткес талантлы шәхес. Ул ҡурайҙа, думбырала уйнаған, көслө көрәшсе булараҡ дан ҡаҙанған, бер нисә телде белгән. Һис шикһеҙ, тамашасылар олуғ шәхесебеҙҙең бығаса билдәле булмаған яңы һыҙаттарын күрәсәк», - тип билдәләй Илнур Лоҡманов.

Төп ролдәрҙе башҡаралар: Мифтахетдин Аҡмулла (өлкәндәр) - Айса Ейәнбаев, Мифтахетдин Аҡмулла (бала саҡта) - Илнар Мөхәмәтйәнов, Камалетдин хәҙрәт - Илмир Аҡбашев, Өмөгөлсөм - Зөлфирә Баймырҙина, Сәлимә - Гөлсәсәк Ғәйнуллина, Талип - Әлфинә Әйепова, Ян де Фонише - Фәдис Ғәниев, Ғөбәйҙулла Солтан Йәнгиров - Инйәр Ишмырҙин.

Тамаша киске сәғәт 6-ла башлана. 

Адресы: Өфө ҡалаһы, Һөнәрселек урамы, 17.

Билеттарҙы ошо һылтанма буйынса алырға мөмкин.

Пушкин картаһы ғәмәлдә.

Өфөлә күренекле шағир һәм мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла тураһында спектаклдең премьераһы була
Өфөлә күренекле шағир һәм мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла тураһында спектаклдең премьераһы була
Өфөлә күренекле шағир һәм мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла тураһында спектаклдең премьераһы була

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb