Өфөлә "Кәкүк сәйе" байрамы ойошторола

Өфөлә "Кәкүк сәйе" байрамы ойошторола

26 майҙа Өфөнөң "Ватан" этно-паркында "Кәкүк сәйе" байрамы ойошторола. Сараның маҡсаты йола менән йәш быуынды яҡындан таныштырып, уны киләсәк быуынға еткереү.
Йылдың уңышлы килеүен теләп уҙғарылған байрамдың урыны тип юҡҡа ғына парк һайланмаған.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, борондан "Кәкүк сәйе" йылға буйында, тау һыртында үткән. Сарала билдәле сәхнә йондоҙҙары , ижади коллективтар, мәктәп уҡыусыларының сығышы көтөлә.

Шулай уҡ байрамда Башҡортостан ҡул оҫталарының эштәренән торған күргәҙмә эшләйәсәк.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb