Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Өфөлә «Көмөш Аҡбуҙат» III Халыҡ-ара милли һәм этник кино фестивален асыу тантанаһы үтте
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Кесе йома, 27 октябрь 2016
Өфөлә «Көмөш Аҡбуҙат» III Халыҡ-ара милли һәм этник кино фестивален асыу тантанаһы үтте
Кисә, 26 октябрь көнө, “Башҡортостан” Дәүләт концерт залында «Көмөш Аҡбуҙат» III Халыҡ-ара милли һәм этник кино фестивален асыу тантанаһы үтте.
Ҡыҙыл келәмдән үтеү, әлбиттә, һәр кинофестивалдең йолаһы. Кино сәнғәтен һөйөүселәр кино йондоҙҙарын, актерҙарын күреү теләге менән алдан уҡ йыйылғайны.
Фестивалде асыу тантанаһына Мәсәкәү ҡалаһынан Моссовет театры актрисаһы Ольга Кабо саҡырылғайны. Билдәле актриса менән Таһир Вәхитов һәм Артур Әмиров тамашаны алып барҙылар.
Иҫегеҙгә төшөрөп уҙайыҡ, Беренсе Халыҡ-ара милли һәм этник кино фестиваленә 2014 йылда ла Ольга Кабо саҡырылғайны. Быйылғы килеүендә: “Башҡортостан ике континент бәйләнгән ерҙә, Европа һәм Азия цивилизациялары киҫешкән ерҙә урынлашыуы юҡҡа түгел. Ысынлап та, Башҡортостан - ил сәйәсәте һәм мәртәбәле мәҙәни саралар үткәреү үҙәгенә әүерелгән. Фестивалдә сит ил киноматографистарының күпләп ҡатнашыуы, байрамға сағыу һәм милли биҙәктәр өҫтәй”.
«Көмөш Аҡбуҙат» III Халыҡ-ара милли һәм этник кино фестивален тантаналы асыу өсөн сәхнә түренә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең премьер-минист урынбаҫары Салауат Сәғитов саҡырылды. Башҡортостан Республикаһы башлығы исеменән фестивалдә ҡатнашыусыларға һәм ҡунаҡтарға йылы тәбрикләү һүҙҙәрен еткерҙе.
Жюри рәйесе ағзаһы, кино тәнҡитсеһе, кинорежиссер, “Мувист” журналына нигеҙ һалыусы Иван Форгач сәләмләү һүҙҙәре менән сығыш яһаны.
Экранда конкурсҡа тәҡдим ителгән фильм фрагменттарынан трейлер күрһәтелде. Көмөш Аҡбуҙат» III Халыҡ-ара милли һәм этник кино фестиваленә Германия, Ҡазаҡстан, Ҡырғыҙстан, Иран, Непал, Мексика, Америка Ҡушма Штаттары, Әрмәнстан, Сирия, Франция, Әзербайджан, Таджикстан, Афғанстан, Швейцария, Тайвань, Бангладеш, Монголия илдәренән 268 эш тәҡдим ителгән. Конкурс программаһына ни бары 24 фильм ғына үткән.
“Родина” кинотеатрында конкурстан тыш фильмдар күрһәтеү ҙә ҡаралған. Бөгөн, йәғни 27 октябрь -Башҡорт киноһы көнө, анимацион һәм ҡыҫҡа метражлы нәфис һәм документаль фильмдар ҡарау мөмкинселеге буласаҡ. Шулай уҡ фестиваль сиктәрендә дебютанттарҙың башҡорт питчингы барасаҡ. Сара барышында йәш кинематографистар өсөн мастер-кластар, лекциялар, семинарҙар үткәрелә. Питчинг еңеүсәләре 28 октябрь көнө билдәле буласаҡ.
Гүзәл Багаева
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Батырлыҡ, матурлыҡ һәм маһирлыҡ: Өфөлә яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның 120 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Дүшәмбе, 10 март 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт дәүләт драма театры Чеховтың ижадына яңыса ҡараш ташлай
Йома, 07 март 2025
|
Тулыраҡ >
Ҡурай һағында: Өфөләге семинар ҡурайсыларҙы һәм төрлө тармаҡ вәкилдәрен берләштерҙе
Шаршамбы, 05 март 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө