Күптән түгел Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзында яңыраҡ сыға башлаған “ЛИФФТ” әҙәби журналының презентацияһы үтте.
Сарала баҫманың Бөтә Рәсәй буйынса баш мөхәррире, билдәле шағирә һәм нәшриәтсе Маргарита Аль, “ЛИФФТ” әҙәби фестиваленең башҡарма директоры Әнүәр Әлмөхәмәтов, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина, Мәҙәниәт министрлығының баш белгесе Әлиә Әхмәтйәнова, “ЛИФФТ”-тың Башҡортостан буйынса мөхәррире Лариса Абдуллина, республика яҙыусылары һәм журналистары ҡатнашты.
Яҙыусылар союзы рәйесе Заки Әлибаев был журналдың башҡорт әҙәбиәтен ил кимәлендә күрһәтеүҙә әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды, нәшриәтселәргә уңыштар теләне.