Өфөлә Матди булмаған мәҙәни мираҫ объекттарының берҙәм реестры булдырыуы буйынса эксперт советының беренсе ултырышы үтте

Өфөлә Матди булмаған мәҙәни мираҫ объекттарының берҙәм реестры булдырыуы буйынса эксперт советының беренсе ултырышы үтте

Республика халыҡ ижады үҙәге хәбәр итеүенсә, Өфөлә Башҡортостан Республикаһының Матди булмаған мәҙәни мираҫ объекттарының берҙәм реестры булдырыуы буйынса эксперт советының беренсе ултырышы үтте.

Эксперт советы вәкилдәре төбәк һәм федераль реестрға инергә дәғүә иткән объектарҙың ғаризаларын ҡараны.

Ултырышты Башҡортостан республикаһының мәҙәниәт министрлығы исеменән министр урынбаҫары, эксперт советы рәйесе Рәнис Алтынбаев сәләмләне. Шулай уҡ ултырыш эшендә Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Артур Әлибаков һәм Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры урынбаҫары, эш төркөмө етәксеһе Нәфисә Тулыбаева ҡатнашты.

Башҡортостан республика һуҡырҙар китапханаһының Конференц-залында үткән ултырышта төбәктә халыҡ мәҙәниәтен үҫтереү тураһында әйтелде. Эшләнгән эш һәм халыҡ мәҙәниәтен һаҡлау, өйрәнеү һәм артабан үҫтереү өсөн мәғлүмәти-тикшеренеү эшмәкәрлеген дауам итеү кәрәклеге хаҡында сығыштар булды.

Мәҙәни үҙенсәлектәре һәм әһәмиәте тураһында социология фәндәре кандидаты, Республика халыҡ ижады үҙәгенең матди булмаған мәҙәни мираҫ объекттары эштәре буйынса бүлек белгесе Илгиз Солтанморатов һөйләп үтте.

Советы ағзалары, уның составына билдәле ғалимдар, мәғариф хеҙмәткәрҙәре, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, объектың тарихи әһәмиәте, үҙенсәлектәре һәм художество ҡиммәте буйынса баһаланы. Тикшереү йомғаҡтары буйынса 12 объект электрон ресурстарға индереләсәк. Ултырышта ҡаралған материалдарҙы яҡын арала Рәсәй Федерацияһының матди булмаған мәҙәни мираҫ объектары электрон каталогына ебәреләсәк.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb