Өфөлә "Маяковский һәм ике Элли” нәфис-документаль фильмын төшөргәндәр

Өфөлә "Маяковский һәм ике Элли” нәфис-документаль фильмын төшөргәндәр

Өфөлә «Маяковский һәм ике Элли» ҡыҫҡа метражлы нәфис-документаль фильмын төшөрөү тамамланды. Фильм шағир Владимир Маяковскийҙың һәм Дәүләкәндә тыуып үҫкән Елизавета Зиберттың мөхәббәт тарихын бәйән итә. Фильмдың режиссеры, сценарий авторы һәм продюсеры - Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актрисаһы Эльвира Шрайнер.

"Был тарихтың Башҡортостан менән бәйле булыуы ғәжәпләндерҙе һәм күңелемә ятты. Маяковскийҙың исемен бығаса республикабыҙ менән бер нисек тә бәйләмәнем. Элек уны плакаттарҙағы герой кеүек ҡабул итә инем. Ә был тарихта шәхесте икенсе яҡтан астым, пролетар шағирҙың күңел нескәлелеген тойҙом, - ти Эльвира Шрайнер - Елизавета Зиберт Владимир Маяковскийҙың никахһыҙ ҡатыны була. Шаҫирҙың бер ҡасан да өйләнмәгәнлеге барыһына ла билдәле. Ошо һөйөүҙән ҡыҙҙары Хелен Патриция Томпсон донъяға килә. Елизавета Нью- Йоркка йәшәргә киткәс тә, уға Элли тип өндәшә башлағандар. Хелен Патрицияның да ҡыҫҡартылған исеме Элли булған. Шуға күрә фильм «Маяковский һәм ике Элли» тип атала ла инде".

Фильмдың исем туйы яҙғыһын Өфөлә һәм Дәүләкәндә уҙасаҡ. Әле уны Рәсәй һәм халыҡ-ара кинофестивалдәргә ебәрәләр.

Билдәле булыуынса, 2002 йылдың йәйендә Хелен Патриция Томпсон әсәһенең тыуған яғы Дәүләкәндә булып, күршеләре менән күрешеп, Асылыкүл буйына барып ҡайтты, урындағы Маяковский музейына инеп сыҡты һәм, уның директоры әйтеүенсә, экспозиция менән ҡәнәғәт ҡалды. Сәфәр йомғаҡтары буйынса ул «Башҡортостанды асыуым» («Мое открытие Башҡортостана») тигән китап яҙҙы.

Өфөлә "Маяковский һәм ике Элли” нәфис-документаль фильмын төшөргәндәр

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb