Бөгөн Өфөлә, Йәштәр мәҙәниәт һарайында Мең ырыуы вәкилдәренең йыйыны үтә. Сарала Өфө, Благовещен, Бәләбәй, Иглин, Шишмә, Дәүләкән, Ауырғазы, Әлшәй, Миәкә, Бишбүләк, Благовар, Стәрлетамаҡ, Ҡырмыҫҡалы райондары делегациялары ҡатнаша.
Йыйынға Татарстан ҡунаҡтарын да көтәләр. Ҫарайлы - мең башҡорттары күрше республиканың Минзәлә, Сарман, Туҡай райондарына ҡараған 18 ауылда йәшәй.