Өфөлә Милли әҙәбиәт музейы менән берлектә төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференция үтәсәк

Өфөлә Милли әҙәбиәт музейы менән берлектә төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференция үтәсәк

Күптән түгел Өфөлә Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы асылыуға 70 йыл тулды. Ошо билдәле датаға арнап, ағымдағы йылдың 15-16 март көндәрендә  БР Мәҙәниәт министрлығы, БР Милли әҙәбиәт музейы менән берлектә төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференция үтәсәк. 

Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы Башҡортостандағы әҙәби музейҙарҙың тәүгеһе булып тора. Ул 1948 йылдың ғинуарында Мәжит Ғафури 1923 — 1934 йылдарҙа йәшәгән йортта асыла. Был бина — XIX быуаттың архитектура һәйкәле. Музейҙа алты зал бар. Ҡунаҡ бүлмәһендә, йоҡо бүлмәһендә һәм эш кабинетында шағир фатирындағы йыһаз тергеҙелгән.

Төп экспозиция Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тормошо һәм ижад юлы тураһында һөйләй. Йортта әҙәби хеҙмәткәрҙең ҡулъяҙмалары һәм документтары ғына түгел, XX быуат башындағы интерьерҙың, шарттарҙың һаҡланыуы ла иғтибарға лайыҡ. Ул Октябрь революцияһынан һуң Рәсәйҙә ойошторолған иң тәүге әҙәби музейҙарҙың береһе. Музей фондтарында Мәжит Ғафуриҙың мемориаль әйберҙәре, ҡулъяҙмалары һаҡлана.

Алты залдың өсөһөндә Ғәбделмәжит Нурғәли улы ғаиләһе менән йәшәгән йылдарҙағы интерьер бермә-бер ҡабатлана. Ҡалған өсөһөнөң экспозицияһы шағирҙың ижадын һәм тормош юлын бар нескәлектәрендә ентекле сағылдыра.

Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы — Башҡортостан Республикаһы Милли әҙәбиәт музейы мәҙәниәт һәм сәнғәт дәүләт бюджет учреждениеһы филиалы булып тора.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb