Өфөлә «Мираҫ» ансамбленең юбилейы айҡанлы фотокүргәҙмә асыла

Өфөлә «Мираҫ» ансамбленең юбилейы айҡанлы фотокүргәҙмә асыла

2 февралдә Республика халыҡ ижады үҙәгенең «Урал» халыҡ сәнғәте галереяһында «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбленең 30-сы юбилей миҙгеленә арналған «Сәхнә артына ҡараш» фотокүргәҙмәһе асыла. Эштәрҙең авторы - «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Байрас Ишбирҙин.

Фотоһүрәттәр коллекцияһы 2017 йылдан алып тупланған. Унда Франция, Болгария, Венгрия, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендәге гастролдәрҙән иҫтәлекле мәлдәр сағылған.

"Гастролдәр - һәр ижади коллектив эшмәкәрлегенең мөһим өлөшө. Улар артистарҙың һәм бөтә ансамблдең йәшәйеше өсөн кәрәк", - ти Байрас Вәли улы.

Сара 15:00 сәғәттә башлана.

Адресы: Ленин урамы, 56, Өфө ҡалаһы.

 

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb