Өфөлә «Miss International Ufa» этник гүзәллек һәм һәләт конкурсы үтте

Өфөлә  «Miss International Ufa» этник гүзәллек һәм һәләт конкурсы үтте

Кисә, 27 ноябрҙә Конгресс-холл сәхнәһендә сағыу тамаша – «Miss International Ufa» этник гүзәллек һәм һәләт республика конкурсы уҙҙы. Төрлө милләт ҡыҙҙары Өфөлә йәшәүселәрҙе үҙ мәҙәниәте менән таныштырҙы.

«Miss International Ufa – 2018» исемен Тажикстан вәкиле Раъно Оморҙаҡова яуланы. Беренсе вице-мисс – Грузиянан Карина Ахвледиани, ә икенсе вице-мисс тажын Башҡортостандан Нәркәс Аралбаева алды.

Сараны ойоштороусылар: Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто һәм Мәҙәниәт министрлығы. Проект авторы Земфира Рәшитованың быйыл йәй «Таврида» форумында алған грант аҡсаһына үткәрелде.

«Miss International Ufa» этник-ара матурлыҡ һәм һәләт конкурсы тәүге тапҡыр ойошторолдо һәм төрлө ил, Рәсәй халыҡтары вәкилдәрен бер урынға йыйҙы. Финалсылар араһында – Адыгей, Мысыр, Грузия, Тажикстан, Ҡаҙағстан, Нигерия ҡыҙҙары, шулай уҡ удмурт, сыуаш, башҡорт, татар, рус милләте вәкилдәре. Һылыуҡайҙар туған телендә үҙҙәре хаҡында һөйләне, халыҡ йырҙарын йырланы һәм милли бейеүҙәрен күрһәтте.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb