Өфөлә Миңлейәр Әминевтың “Урал” галереяһында шәхси күргәҙмәһе асылды. Ижадсы сәнғәт һөйөүселәргә һигеҙ йыл дауамында яҙған утыҙҙан ашыу эшен тәҡдим итте. Рәссамдың экспозициялары бай, тәрән мәғәнәле. Һәр бер эшендә образлылыҡ сағыла. Стәрлебаш рәссамының ижад үҙенсәлеге шунда: уның картиналары шиғри юлдар менән дә аңлатыла.
Шуға ла Миңлейәр Әминев үҙ стилен «МигЭмоС» тип атаған. Йәғни, ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында кешенең хис-тойғолары. Ул күҙ алдында картина булып тыуа, шуны иҫтә ҡалдырып киндергә күсерергә генә ҡала, ти рәссам.
Бәләкәй сағынан һүрәт төшөрөү менән ҡыҙыҡһынған замандашыбыҙ ижадҡа ныҡлап авариянан һуң килә. Был мине тынысландырҙы, илһам үҙенән-үҙе килә ине, ти ул. Күргәҙмәгә ҡуйылған эштәренең күбеһен сүрәләргә - һүрәттә аңлатма, тип әйтергә була.Сәнғәт һөйөүселәр Миңлейәр Әминевтың эштәре менән 20 июлгә тиклем таныша ала.