«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған матур әҙәбиәт тәржемәселәре ижади конкурсы еңеүселәрен бүләкләнеләр. Бүләкләү тантанаһы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала үтте.
Конкурсты былтыр Мостай Кәрим исемендәге фонд менән берлектә Максим Горький исемендәге Әҙәбиәт институты (Мәскәү) иғлан иткәйне. Ул ике этапта уҙҙы. Ижади бәйге йомғаҡтары буйынса 11 йәш кеше финалға сыҡты, улар Әҙәбиәт институтына уҡырға инеү хоҡуғына эйә булды.
Буласаҡ институт студенттарын республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов, Мостай Кәрим исемендәге фонд директоры Әлфиә Кәримова, уны ойоштороусы Тимербулат Кәримов, Әҙәбиәт институты ректоры Алексей Варламов, Башҡортостан Республикаһы Милли китапханаһы директоры Айгөл Моратова ҡотланы.
«Тап милли телдәрҙән матур әҙәбит тәржемәселәре әҙәйгәндән-әҙәйә бара», — тип билдәләне Айгөл Моратова. Мәҫәлән: һуңғы тапҡыр белгестәр төркөмө сирек быуат элек әҙерләнгән. Мостай Кәрим исемендәге фонд башланғысы менән ойошторолған конкурс төбәк етәкселеге кимәлендә лә хуплау тапты, уға Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов ҙур ярҙам күрһәтте.
«Профессиональ тәржемәсе эшендә башҡорт яҙыусыларының ижади рухын тапшырырға белеү, башҡорт һүҙен күпләп таратыу һәм пропагандалау мөһим», — тине вице-премьер, киләсәктә башҡорт яҙыусыларының, хәҙерге заман шағирҙарының, шулай уҡ классиктарҙың әҫәрҙәре профессиональ кимәлдә тәржемә ителер тигән ышынысын белдереп.
Конкурстың беренсе турында еңеүселәр, ә улар бөтәһе алты кеше Максим Горький исемендәге Әҙәбиәт институты ректоры, профессор Алексей Варламовтың ҡулынан грамоталар алды. Финалға сыҡҡан 11 еңеүсене Мостай Кәрим исемендәге фондты ойоштороусы Тимербулат Кәримов дипломдар менән бүләкләне.