Өфөлә Мостай Кәримдең “Йәләлетдин атай” китабының презентацияһы үтте

Өфөлә Мостай Кәримдең “Йәләлетдин атай” китабының презентацияһы үтте

Мостай Кәрим “Йәләлетдин атай” әҫәрен замандаш дуҫы – Өфөнөң почетлы гражданины, баш ҡала хакимиәте башлығы Михаил Зайцевҡа бағышлаған. Йәләлетдин атай – Зайцевтың хәтирәләре буйынса яҙылған китап. Әҫәрҙе рус теленә әҙиптең улы Илгиз Кәримов тәржемә иткән.

Милли йәштәр театры әҫәрҙе сәхнәлә лә күрһәтте. Китаптың исем туйында Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин Михаил Зайцев тураһындағы хәтирәләре менән уртаҡлашты.

Сарала Мостай Кәримдең шиғырҙары яңғыраны, “Йәләлетдин атай” спектакленән өҙөк тәҡдим ителде, шулай уҡ балалар йорттарында тәрбиәләнеүсе балаларҙың сығыштары булды. Яңы китап мәктәптәргә һәм китапханаларға бүләк ителде.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb