Өфөлә Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған “Быуат параллелдәре” мәҙәни-ағартыу һәм күргәҙмә саралары ойошторола

Өфөлә Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған “Быуат параллелдәре” мәҙәни-ағартыу һәм күргәҙмә саралары ойошторола

Өфөлә Башҡортостан Республикаһына һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған “Быуат параллелдәре” мәҙәни-ағартыу һәм күргәҙмә саралары ойошторола. Улар 19 – 26 ноябрҙә ҡалалағы төрлө майҙансыҡтарҙа үтәсәк. Тәүге сара Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында “Башҡорт һәм ватан әҙәбиәтен үҫтереүҙә Мостай Кәримдең әһәмиәте” тигән темаға “түңәрәк өҫтәл”дән башланды. Милли йәштәр театрында оло юбилейҙарға арналған матбуғат конференцияһы уҙҙы.

Ошонда уҡ “Быуат параллелдәре” күргәҙмәһе асылды, күренекле ғалимдар, шағирҙар, яҙыусылар, ижтимағи-сәйәси эшмәкәрҙәр, уҡытыусылар ҡатнашлығында пленар ултырыш булды.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb