Өфө ҡала мәҙәниәт һарайында бөйөк яҙыусы Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға һәм уның ижады менән тормош юлына арналған "Мостай аҡылы" фестивале асылды.
Сарала әҙиптең ҡыҙы Әлфиә Кәримова, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбостаҫары Алина Сөләймәнова, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Галина Ишмөхәмәтова һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты.
Тамаша Мостай Кәримдең әҫәре буйынса төшөрөлгән "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ" фильмы менән үрелеп барҙы.
Ҡала мәҙәниәт һарайы фойеһында республиканың милли әҙәбиәт музейы тарафынан "Әҙәбиәтебеҙ ғорурлығы" тип исемләнгән күргәҙмә лә ойошторолдо.
"Мостай аҡылы" фестивале сиктәрендә йыл дауамында инша яҙыу, һүрәт төшөрөү буйынса конкурстар, әҙәби марафон, этно-мәҙәни форум уҙғарыу планлаштырылған.
"Китапхана дуҫтарын йыя!", "Шаяниум" кеүек саралар ҙа бөйөк шәхес ижадына арналасаҡ.