Өфөлә музыканттар араһында Заһир Исмәғилев исемендәге III халыҡ-ара конкурсын үткәреүгә әҙерлек башланды

Өфөлә музыканттар араһында Заһир Исмәғилев исемендәге III халыҡ-ара конкурсын үткәреүгә әҙерлек башланды

7 ноябрҙән 16-на тиклем Өфөлә башҡарыусы музыканттарҙың Заһир Исмәғилев исемендәге III халыҡ-ара конкурсы уҙғарыла. Музыкаль бәйге Өфө дәүләт сәнғәт институтында ойошторола. Конкурс күренекле башҡорт композиторының тыуыуына 100 йыл тулыуға арнала.

Унда йәш музыканттар – концерт берләшмәләре һәм музыкаль театр артистары, юғары уҡыу йорттары, урта һөнәри белем биреү ойошмалары уҡытыусылары, ассистент-стажерҙар һәм студенттар ҡатнаша ала. Конкурсанттар «Яңғыҙ башҡарыу», «Фортепиано», «Скрипка», «Виолончель», «Контрабас» номинациялары буйынса ике йәш төркөмөнә бүленә. Конкурс тыңлауҙары бер нисә турҙа ойошторола. Жюри составында абруйлы музыканттар, композиторҙар, музыка эшмәкәрҙәре эшләй.

Конкурс программаһына индерелгән башҡорт композиторҙары әҫәрҙәренең ноталары З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының сайтында бирелгән. Положениеға ярашлы, ҡатнашыу өсөн ғаризаларҙы 2016 йылдың 19 сентябренә тиклем Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра. электрон адресына ебәрергә кәрәк.
2016 йылда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың указы менән республикала танылған композитор, СССР-ҙың халыҡ артисы, Глинка исемендәге РСФСР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты Заһир Исмәғилевтың 100 йыллығы билдәләнә. Документҡа ярашлы, юбилей сараларын әҙерләү һәм үткәреү буйынса ойоштороу комитеты булдырылған.

Сығанаҡ

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb