Өфөлә Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара хикәйәләр бәйгеһе еңеүселәре билдәләнде

Өфөлә Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара хикәйәләр бәйгеһе еңеүселәре билдәләнде

Өфөлә Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара хикәйәләр бәйгеһе еңеүселәре билдәләнде. Сарала Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, бәйгенең төбәк-ара этабын ойошторған “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева, баһалама төркөмө ағзалары Әхмәр Үтәбай, Гөлнара Хәлфетдинова, Гөлнара Мостафина һәм еңеүселәр ҡатнашты. Бәйгелә барлығы утыҙ өс эш килгән. Баһалама төркөмө ағзалары тарафынан өс еңеүсе билдәләнгән, тағы ике автор махсус бүләккә лайыҡ булған. 
Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Арыҫлан улы беренсе урынға лайыҡ булған Фәрзәнә Аҡбулатованы тәбрикләп, төрки халыҡтар араһында тап башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының сәсмә әҫәрҙәре гел беренселектә тороуын, бөгөн дә ошо юғары кимәлде ҡулдан ысҡындырмау кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.  Баһалама төркөмө ағзаларынан һәр кем өсөнсө урынға лайыҡ булған Әлиә Саматованың хикәйәләрендә тәрән фәлсәфәүи мәғәнә ятыуын билдәләне, уның ҙурыраҡ күләмдәге әҫәрҙәр яҙыуын теләне.  Беренсе өс урынға лайыҡ булған авторҙар Евразия төрки яҙыусылар союзының премияларын алып ҡыуанһа, махсус бүләк Гөлнур Яҡуповаға һәм Зөһрә Бәшәроваға тапшырылды.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb