14 декабрҙә Өфөлә «Театр. Музыка. Мөхәббәт» концерты Башҡорт теле көнөнә, Башҡорт опера һәм балет театрының тыуған көнөнә һәм күренекле композитор Заһир Исмәғилевтың тыуыуына 105 йыл тулыуға арналған.
1954-1978 йылдарҙа Заһир Ғариф улы Башҡорт АССР-ның Композиторҙар союзы рәйесе вазифаһын башҡара. Бөгөн композиторҙар ойошмаһына уның ҡыҙы Ләйлә Исмәғилева етәкселек итә.
- Заһир Исмәғилевтың 105 йыллығына арналған тәүге концерт февралдә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Башҡортостандың Милли симфоник оркестр менән берлектә уҙҙы, хәҙер инде опера театрында йыйылдыҡ. Бик яҡшы дирижер менән оркестр, иҫ киткес солистар, Заһир Ғарип улы ижад иткән бөтә операларҙан торған репертуар. Ул 6 опера, 2 балет, музыкаль комедия яҙған. Концерт программаһында хронологияның автор булдырған тәртиптә һаҡланыуын теләнем. Икенсе бүлектә комрозитор үҙе иҫән саҡта башҡарылып өлгөрмәгән әҫәр яңғыраны. Был һуңғы әҫәр - «Шоңҡар» балетынан сюита, - тип һөйләне Ләйлә Заһир ҡыҙы. - БР Композиторҙар союзы рәйесе, сәнғәт институтында кафедра мөдире булараҡ, мин үҙ яғымдан күп милләтле сәнғәтебеҙ сәскә атһын, иң яҡшы әҫәрҙәребеҙ яңғыраһын, композиторҙарыбыҙҙың әҫәрҙәре сәхнәлә йәшәһен өсөн барыһын да эшләйем. Заһир Исмәғилев – беҙҙең институтҡа нигеҙ һалыусы, уның һәм хөкүмәттең ярҙамы менән мәҙәниәтебеҙ бәҫе артты. Ҡайҙа ғына барһаң да, һәр ерҙә институтыбыҙҙы беләләр һәм ҡын күрәләр.
Кисә программаһында Башҡорт опера һәм балет театры солистары - Башҡортостан Республикаһының халыҡ артистары Светлана Арғынбаева, Артур Кәйепҡолов, Дилара Иҙрисова, халыҡ-ара, бөтә Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаттары Регина Звегинцева, Иҙел Аралбаев, Рим Рәхимов, Эльвина Әхмәтханова, Айтуған Вәлмөхәмәтов башҡарыуында композиторҙың ариялары һәм әҫәрҙәре яңғыраны. Концертта театрҙың хоры һәм симфоник оркестры, дирижеры - Башҡортостандың халыҡ артисы, «Алтын битлек» театр премияһы лауреаты Артём Макаров ҡатнашты.
«Музыка. Театр. Мөхәббәт» концерты СССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың халыҡ артисы, БАССР-ҙың халыҡ артисы, М.И. Глинка исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Заһир Исмәғилевтың тыуыуына 105 йыл тулыуҙы билдәләү сиктәрендә һуңғы сара булды.