Өфөлә мәғрифәтсе, уҡытыусы, яҙыусы Кәбир Туйкинды иҫкә аласаҡтар

Өфөлә мәғрифәтсе, уҡытыусы, яҙыусы Кәбир Туйкинды иҫкә аласаҡтар

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, бөгөн- 1 мартта, Башҡортостандың Яҙыусылар союзында уҙған йылда сыҡҡан «Кабир Туйкин и его наследие» китабының исем туйы үтә. Уның авторы – яҙыусының ейәнсәре Раилә Туйкина.

Кәбир Туйкин – ХХ быуатта башҡорт һәм татар мәҙәниәте тарихында лайыҡлы урын ҡалдырған мәғрифәтсе, күренекле уҡытыусы, яҙыусы. Был үҙ заманы өсөн танылған кеше Сталин репрессиялары ҡорбаны була – 1938 йылдың февралендә ялған ғәйепләү буйынса атып үлтерелә, һуңынан кире аҡлана.

Китаптың авторы тотош академия институтын тикшереү менән тиң ғәйәт ҙур эш башҡарған. Биш йыл дауамында ул архивтарҙа эшләгән, олатаһының башҡортса һәм татарса әҫәрҙәрен, уның шиғырҙарын һәм хикәйәләрен үҙе рус теленә тәржемә иткән. Күп кенә материалдар тәүгә донъя күрҙе.

Сара Кәбир Туйкиндың тыуыуына 140 йыл тулыуға арналған.

Осрашыу Өфө ҡалаһы, Коммунистик урамы, 34 адресы буйынса үтә.

Инеү ирекле. Башлана көндөҙгө сәғәт 3-тә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb