Өфөлә Мәҙәниәт министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышы үтте

Өфөлә Мәҙәниәт министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышы үтте

Кисә Өфөлә Мәҙәниәт министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышы үтте, уҙған 2016 йыл йомғаҡтары барланды һәм 2017 йылға маҡсаттар билдәләнде.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов рәйеслегендәге Мәҙәниәт министрлығының коллегия ултырышында коллегия ағзалары, район һәм ҡала хакимиәте башлыҡтарының социаль эш буйынса урынбаҫарҙары һәм мәҙәниәт бүлеге начальниктары, республика мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениелары, ижтимағи ойошма һәм ижади берекмәләре етәкселәре ҡатнашты. Кәңәшмәнең пленар өлөшөндә тармаҡ өсөн көнүҙәк темаларға докладтар уҡылды.

БР Мәҙәниәт министры Әминә Ивний ҡыҙы билдәләүенсә, уҙған йыл Башҡортостан мәҙәниәте өсөн һөҙөмтәле булды. 2016 йыл- РФ Президенты Указы менән Рәсәй киноһы йылы иғлан ителеүе - әҙәбиәт һәм мәҙәниәт йылының тәбиғи дауамы булараҡ ҡабул ителде.

“Мәҙәниәт буйынса уҙғарылған Координацион кәңәшмә ултырышында Рәсәйҙең Мәҙәниәт министры Владимир Мединский әйтеүенсә, беҙҙең республика киноиндустрия үҫешенең инфраструктураһын булдырыуҙа биш төбәктәр исемлегенә ингән”, тине Әминә Ивний ҡыҙы.

Министр билдәләп үтеүенсә, ағымдағы йыл да мәҙәни сараларға бай буласаҡ. 2017 йыл- билдәле сәнғәт һәм мәҙәниәт әһелдәренең юбилей даталарына бик бай: Марина Цветаеваның тыуыуына 125 йыл, Рәми Ғариповтың тыуыуына 85 йыл. Быйыл рус революцияһының 100 йыллығын, Василий Чапаевтың 130 йыллығын һәм башҡа иҫтәлекле даталарҙы билдәләргә йыйынабыҙ. “Туғанлыҡ”,  “Евразия йөрәге”, “Театр яҙы”  фестивалдәрен, “Арт-Уфа” сәнғәт форумын уҙғарыу планлаштырылған.

“Алдағы йылдарҙа 2020 йылда уҙасаҡ Фольклориадаға әҙерлек төп мәсьәлә булып тора. Быйылғы йылда республикабыҙҙың төнъяҡ-көнсығыш зонаһында урынлашҡан Балаҡатай, Дыуан, Мәсетле, Ҡыйғы, Салауат райондарында Халыҡ-ар милли мәҙәниәт  «Берҙәмлек-Содружество» фестивале уҙасаҡ, гала-концерт июнь айында Өфөлә үтәсәк. Был фестиваль Бөтә донъя Фольклориадаға әҙерлек этабы булып һаналасаҡ”-тип сығышын дауам итте министр.

Шулай уҡ Әминә Шафиҡова билдәле даталарға бәйле сараларға Республика ойошторолоуға, Мостай Кәримдең  100 йыллығына әҙерлекте бөгөндән башлау кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Мәҙәниәт министры сығышын йомғаҡлап,  барлыҡ мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә эштәрендә уңыштар, яңынан -яңы бейеклектәр юлдаш булыуын теләне, артабан да  рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлау һәм республикабыҙҙың мәҙәниәтен тағы ла байытыу йәһәтенән байтаҡ эштәр башҡараһы барлығын әйтеп уҙҙы.

Ҡала Хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов  үҙ сығышында Өфөнөң мәҙәни тормошо менән таныштырҙы.  Кәңәшмәлә Мәҙәниәт министрлығы эргәһендәге Йәмғиәт Советы рәйесе, билдәле композитор Нур Дауытов сығыш яһаны. Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының бүлек мөдире Нурия Салихова  мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә мәҙәниәт учреждениеларында тейешле  шарттар, уңайлыҡтар булдырыу кәрәклеген әйтеп үтте.

 

 

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb