Өфөлә Мәҙәниәт министрлығының киңәйтелгән ултырышы үтте

Өфөлә Мәҙәниәт министрлығының киңәйтелгән ултырышы үтте

Кисә, 15 февраль көнө, Өфөлә Мәҙәниәт министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышы үтте, уҙған 2017 йыл йомғаҡтары барланды һәм 2018 йылға маҡсаттар билдәләнде.

Сарала Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов, Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитет рәйесе Эльвира Айытҡолова,  коллегия ағзалары, район һәм ҡала хакимиәте башлыҡтарының социаль эш буйынса урынбаҫарҙары һәм мәҙәниәт бүлеге етәкселәре ҡатнашты. Кәңәшмә башҡаланың Конгресс-хол бинаһында үтте.

Кәңәшмәнең пленар өлөшөндә тармаҡ өсөн көнүҙәк темаларға докладтар уҡылды.

БР Мәҙәниәт министры Әминә Ивний ҡыҙы билдәләүенсә, уҙған йыл Башҡортостан мәҙәниәте өсөн һөҙөмтәле булды, тармаҡ дәүләт тарафынан ярҙам алды. Тармаҡты финанслау күләме 77 млрд. һум тәшкил иткән. Мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы, 2016 йыл менән сағыштырғанда,  32,1 процентҡа күтәрелгән һәм 24 663,2 һум иҫәпләнә. 2017 йылда мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡы-20 447,1 һум тәшкил итә.

 Министр билдәләп үтеүенсә, ағымдағы йыл да мәҙәни сараларға бай буласаҡ. 2018 йыл-Ғаилә йылы булараҡ, ғаилә мәҙәни үҙәктәре асыу проекты тормошҡа ашырыласаҡ, тине.

2018 йыл- билдәле сәнғәт һәм мәҙәниәт әһелдәренең юбилей даталарына бик бай. Алдағы йылдарҙа 2020 йылда уҙасаҡ Фольклориадаға әҙерлек төп мәсьәлә булып тора. Республиканың 100 йыллығы айҡанлы “Халыҡтар дуҫлығы һәм берҙәмлеге менән йәшәй йөҙйәшәр Башҡортостан!» муниципаль берәмектәр Фестиваль-марафонына февраль айында старт бирелде.

Мәҙәниәт министры сығышын йомғаҡлап,  барлыҡ мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә эштәрендә уңыштар, яңынан -яңы бейеклектәр юлдаш булыуын теләне, артабан да  рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлау һәм республикабыҙҙың мәҙәниәтен тағы ла байытыу йәһәтенән байтаҡ эштәр башҡараһы барлығын әйтеп уҙҙы.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb