Өфөлә “Мөхәббәт тураһында легенда” спектакленең премьераһы

Өфөлә “Мөхәббәт тураһында легенда” спектакленең премьераһы
Ағымдағы йылдың 29 һәм 30 октябрендә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә Ариф Меликовтың “Мөхәббәт тураһында легенда” (“Легенда о любви”) балетының премьераһы. Балетты сәхнәгә ҡуйыусы - СССР-ҙың халыҡ артисы, СССР-ҙың Дәүләт һәм Ленин премиялары лауреаты, Социалистик хеҙмәт геройы - Юрий Григорович.

Билдәле хореографтың ассистентрары – РФ атҡаҙанған артистары Олег Рачковский һәм Ольга Васюченко.

55 йыл элек , 1961 йылдың 23 мартында С.М.Киров исемендәге Ленинград опера һәм балет театрында (элекке Мариинский театры) сәхнәләштерелә был балет.

Ул ваҡытта “Мөхәббәт тураһында легенда” балетының ҡуйылышында билдәле рәссам Симон Вирсаладзе ҡатнаша. Көнсығыш легенда мотивы буйынса либретто авторҙары төрөк шағиры, яҙыусы, драматург һәм йәмәғәт эшмәкәре, “Ширин һәм Фәрхәд” пьесаһы авторы- Назым Хикмәт һәм Юрий Григорович.

Матур көнсығыш тарихы һүрәтләнгән был балет Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә бер-нисә тапҡыр күрһәтелә. Өфө сәхнәһендә Ариф Меликовтың “Мөхәббәт тураһында легенда” балеты иҫәп буйынса ун икенсеһе. Тәүге балеттар Ленинград һәм Новосибирск (1961), Баку (1962), Прага (1963), Мәскәү (1965, 2002, 2014), Екатеринбург (1997), Стамбул (2000), Краснодар (2006), Алма-Ата (2007) ҡалаларында ҡуйыла.

“Мөхәббәт тураһында легенда” –Юрий Григорович етәкселегендәге етенсе ҡуйылыш.

Сюжеттың нигеҙендә боронғо көнсығыш легендаһы ята. Апалы-һеңлеле Мәхмүнә Баныу һәм Ширин Фәрхәд исемле рәссамгә ғашиҡ булалар. .. Егеттең күңелен Ширин шундуҡ яулап ала. Мәхмүнә Баныу һеңлеһен ҡотҡарыу, халҡы өсөн Фәрхәдтең ниндәй аҙымдарға барыуын белгегегеҙ килһә - Башҡорт дәүләт һәм опера театрына рәхим итегеҙ!

Спектаклденең ҡуйыусы режиссеры Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Герман Ким.

Балет труппаһының художество етәксеһе - РФ һәм БР халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Леонора Ҡыуатова.
Башҡарыусылар составында – БР халык артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Гөлсинә Мәүлекәсова, БР халык артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Илдар Маняпов, БР атҡаҙанған артисы Рөстәм Исхаҡов, БР атҡаҙанған артисы Олег Шәйбәков, Сергей Бикбулатов, Лилиә Зәйнәғәбдинова, Софья Гаврюшина, Белла Оздоева, Данила Алексеев.

Гүзәл Багаева

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb