Өфөлә Наил Мәхмүтовтың “Башҡортостандың һөйөклө рәссамдары” китабының исем туйы үтте

Өфөлә Наил Мәхмүтовтың “Башҡортостандың һөйөклө рәссамдары” китабының исем туйы үтте

Ошо көндәрҙә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Наил Мәхмүтовтың “Башҡортостандың һөйөклө рәссамдары” китабының исем туйы үтте. Сарала Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рәил Әсәҙуллин, рәссамдар, йырсылар, музыканттар ҡатнашты. Әминә Ивний ҡыҙы “Башҡортостандың һөйөклө рәссамдары” проектының әһәмиәтен, унан йылылыҡ, мөхәббәт, изгелек тойғолары урғылыуын билдәләп үтһә, Рәил Мирвай улы китап авторы Наил Мәхмүтовты һәр рәссамдың күңелен тойоусы психолог, тип атаны, уның үҙ проектын атаҡлы йәки һоҡланғыс рәссамдар түгел, ә тап һөйөклө рәссамдар, тип атауының уңышлы икәнен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Рәмил Бадамшин, Рөстәм Ишмөхәмәтов, йәш быуынға яҡшы таныш булған “Виа чаппа” төркөмө һәм башҡалар сәхнәнән музыкаль сәләмен еткерҙе. “Башҡортостандың һөйөклө рәссамдары” проекты бынан йыл ярым элек башланғыс алған. Уның интернет селтәрендәге махсус сайтында билдәле рәссамдарҙан тыш, һәүәҫкәр ҡылҡәләм оҫталары өсөн дә үҙ күргәҙмәләрен ойоштороу мөмкинселеге бар. Беренсе китапҡа мәшһүр Ҡасим Дәүләткилдиев, Әхмәт Лотфуллиндан башлап, һынлы сәнғәт күгендә яңы ғына ҡабынған йәш “йондоҙҙар”ҙың да эштәре, улар хаҡында мәҡәләләр урын алған.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb