Өфөлә Назар Нәжмигә арналған хәтер кисәһе үтә

Өфөлә Назар Нәжмигә арналған хәтер кисәһе үтә

5 февраль Башҡортостандың халыҡ шағиры, РСФСР-ҙың М.Горький исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, шағир, публицист, драматург, мемуарсы Назар Нәжмиҙең тыуыуына 100 йыл тула.

   Ҡәләм оҫтаһының тыуған көнөндә Өфөлә байрам саралары ойошторола. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә Назар Нәжмигә арналған хәтер кисәһе үткәрелә. Унда Фидан Ғафаров, Нәзифә Ҡадирова, Йәмил Әбделмәнов, Вәхит Хызыров, Илһам Вәлиев, Әлим Ҡәйүмов, Башҡортостандың Милли халыҡ музыка ҡоралдары оркестры, М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры һәм Өфө «Нур» театры актерҙары сығыш яһай. Кисәнең режиссеры – Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова. Киске сәғәт 7-лә башлана. Инеү ирекле.

   Ошо уҡ көндө «Родина» кинотеатрында «Яныуҙан һәм хистән ҡойолған» фильмы күрһәтелә. Назар Нәжмиҙең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған фильмдың режиссеры - Әлфиә Арыҫланова, сценарий авторы – Гәүһәр Батталова.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb