Өфөлә Нефтекама дәүләт филармонияһы сығыш яһаны

Өфөлә Нефтекама дәүләт филармонияһы сығыш яһаны

13 октябрҙә Өфөлә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Нефтекама дәүләт филармонияһының талантлы артистары күңелле, йыр-моңға бай «Филармония-24» тип аталған концерт программаһы менән сығыш яһаны. Бай йөкмәткеле сағыу программала филармонияның бөтә ижади төркөмө ҡатнашты.

"Программаның исеме лә - "Филармония-24" - тәрән мәғәнәгә эйә: 24 йыл дауамында тәүлектең 24 сәғәтендә сәнғәт һәм мәҙәниәт сиген һаҡлайбыҙ. Халҡыбыҙҙың иң ҡәҙерле һәм ҡиммәтле байлығы - рухи байлығын һаҡлаусылар беҙ. Ошо төп теманы беҙ дәртле, моңло йыр һәм бейеүҙәребеҙ аша яратҡан тамашасыларыбыҙға еткергә тырыштыҡ", - тип билдәләй Нефтекама дәүләт филармонияһының ҡуйыусы режиссеры Илгиз Миңлеәхмәтов.

Тамашасылар артистарҙы бик йылы һәм ихлас ҡабул итте. Йәшлек дәрте, заман һулышы менән һуғарылған тамашанан өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары күңел асып, матур тәьҫораттар, дәрт-дарман алып ҡайтты.

Өфөлә Нефтекама дәүләт филармонияһы сығыш яһаны
Өфөлә Нефтекама дәүләт филармонияһы сығыш яһаны

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb