Өфөлә Нияз Мәжитов иҫтәлегенә «Боронғо Өфө» тарихи фестивале уҙғарыла

Өфөлә Нияз Мәжитов иҫтәлегенә «Боронғо Өфө» тарихи фестивале уҙғарыла

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә,  Өфөлә тәүге тапҡыр билдәле археолог Нияз Мәжитов иҫтәлегенә арналған «Боронғо Өфө» тарихи фестивале уҙғарыла.

14 сентябрҙә көндөҙгө сәғәт 2-лә «Боронғо Өфө» Республика тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы өфөләрҙе һәм баш ҡала ҡунаҡтарын С. Т. Аксаков исемендәге мәҙәниәт һәм ял баҡсаһына саҡыра.

Ҡатнашыу өсөн Көньяҡ Уралдың иртә Урта быуат осоро костюмын тарихи реконструкциялау менән шөғөлләнгән кешеләр һәм клубтар саҡырыла. Фестивалдә юғары уҡыу йорттары студенттары араһында Өфө биләмәһендә урынлашҡан археология ҡомартҡыларын популярлаштырыуға һәм белемде арттырыуға йүнәлтелгән квест үткәреү ҡаралған.

5-7 класс уҡыусылары араһында тарихҡа, төрлө осорҙа табылған археология ҡомартҡыларына һәм артефакттарға арналған һүрәттәр конкурсы ойошторола.

Фестиваль программаһында реконструкторҙар клубтарының сығышы, көршәкселәр, тимерселәр, ювелирҙар кеүек урта быуат һөнәрҙәре өлкәһендәге белгестәрҙең оҫталыҡ кластары, «Боронғо Өфө» музей ҡурсаулығының археологик табылдыҡтары, Башҡортостан Милли музейының күсмә күргәҙмәләре, Өфө артистары ҡатнашлығында концерт ҡаралған.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb