17-19 мартта Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында “Нуреев көндәре” уҙғарыла. Ул бөйөк бейеүсе һәм хореограф, яҡташыбыҙ Рудольф Нуреевтың тыуған көнөнә арнала.
Датаға быйыл айырым иғтибар бирелә, сөнки театрҙың балет труппаһына Рудольф Нуреев исеме бирелде.
Программала “Сыңрау торна” балеты, “Шедеврҙар коллекцияһы” концерты һәм “Бейеү менән роман” Гала-концерты ҡаралған.