Өфөлә "Нуриев көндәре" асылды

Өфөлә "Нуриев көндәре" асылды

Өфөлә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Рудольф Нуриевтың тыуған көнөнә арналған «Нуриев көндәре» фестивале асылды. Сара, ғәҙәттәгесә, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында урынлашҡан донъя балеты легендаһы барельефына сәскәләр һалыуҙан башланды. Һуңынан фестивалдә ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар театр музейына саҡырылды, унда Рудольф Нуриевтың фотоһүрәттәренең күргәҙмәһе тәҡдим ителде.

Быйыл бөйөк бейеүсенең тыуған көнө ғәҙәти булмаған форматта уҙҙы - Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында балет урынына Рудольф Нуриев үҙе төп ролде башҡарған фильм күрһәтелде. Картинаның премьераһы «Нуриев миҙгелдәре» халыҡ-ара мәҙәни проект сиктәрендә күрһәтелде.

Нуриевтың коллегаһы - СССР-ҙың халыҡ артисы, «Рус балеты» Мәскәү дәүләт академия театрының художество етәксеһе Вячеслав Гордеев һәм бейеүсенең яҡын әхирәте - дизайнер, скульптор һәм ювелир Лиза Сотилис (Греция - Италия) кисәнең абруйлы ҡунаҡтары булды.

- Башҡортостан Республикаһында бөйөк бейеүсе тураһында йылы иҫтәлектәр һаҡлана. Беҙ «Нуриев фестивалдәре»н үткәрәбеҙ, беҙҙә Рудольф Нуриев исемендәге хореография колледжы бар, театрҙың балет труппаһы шулай уҡ уның исемен йөрөтә. Ошо театрҙың һәр сантиметры Рудольфтың хәтерен, аҙымдарын, һоҡланғыс паларын һаҡлай. Үҙҙәре шаһит булған ваҡиғалар менән ихлас уртаҡлашҡандары өсөн ҡунаҡтарыбыҙға рәхмәт әйтәбеҙ. Бер нигә ҡарамаҫтан, алыҫ юл үтеп беҙгә килгәне өсөн ҡәҙерле Лизаға ихлас рәхмәтемде белдерәм, - тине Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.

«Венеция. Карнавал. Мөхәббәт» фильмы 1981-82 йылдарҙа итальян кинорежиссеры Марио Ланфранки тарафынан төшөрөлгән. Картина киноархивта 40 йылға яҡын һаҡланған һәм бығвсв бер ҡасан да Рәсәйҙә күрһәтелмәгән. "Нуриев миҙгелдәре" проекты етәксеһе Әлфиә Чеботарева был таҫма тураһында Мәскәүҙәге Италия мәҙәниәте институты аша белеп ҡалған. Институт директоры Ольга Страда уға режиссер менән бәйләнешкә сығырға ярҙам иткән.  Марио Ланфраки картинаны күрһәтеү һәм реставрациялау хоҡуғын биргән.

Тамашасы фильмды йылы ҡабул итте, балет бейеүсеһенең фильмдағы сығыштарын көслө алҡыштар менән оҙатты.

Өфөлә "Нуриев көндәре" асылды
Өфөлә "Нуриев көндәре" асылды

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb