28 сентябрь Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәһендә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәсимә Ғиззәтуллина "Ҡырҡ сырағым” тип исемләнгән моноспектаклен тәҡдим итә.
Тамашасылар күңелен яулаған был тамашала ҡатын-ҡыҙ образының төрлө ҡыры, төрлө сағылышы һәм сүрәте асып бирелә. Моноспектакль нәфис һүҙ аша гүзәл зат булмышын, уның һоҡланғыс һәм тетрәткес хистәрен, уй-теләктәрен, хыялдарын һәм донъяға ҡарашын сағылдыра.
Ҡырҡ сыраҡлы ҡатын-ҡыҙ булмышы хаҡында ишетергә теләйһегеҙ икән – Нәсимә Ғиззәтуллинаны тыңларға килегеҙ. Уның әйтер һүҙе бар...
Сценарий авторы – Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Миләүшә Ҡаһарманова, режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Минзилә Ҡотошова. Спектакль киске сәғәт 7-лә башлана.