Өфөлә “Нәзәкәтле сәй эсеү. Боронғо һауыт-һаба донъяһы” исемле күргәҙмә бара

Өфөлә “Нәзәкәтле сәй эсеү. Боронғо һауыт-һаба донъяһы” исемле күргәҙмә бара

Күптән түгел Башҡортостандың Милли музейында “Нәзәкәтле сәй эсеү. Боронғо һауыт-һаба донъяһы” исемле ҡыҙыҡлы күргәҙмә үҙ ишектәрен асты. 

Сығышы менән Октябрьский ҡалаһынан, әлеге ваҡытта Саратов ҡалаһында йәшәүсе Виталий Уланов самауырҙар, батмустар, сәй сервиздары коллекцияһын тәҡдим итә. Боронғо һауыт-һаба бер нисә миллион һум менән баһалана, ти коллекционер.  Улар араһында инглиз батшалары, иран әмирҙәре, рус байҙары мөлкәтенә ҡарағандары бар. Һәр әйбергә оҫтаһының имзаһы, датаһы, сығышы ҡуйылған. 
Күргәҙмәгә килеүселәр доғалар ырылған төрөк самауыры, һөйәктән яһалған сәй сервизы һәм “Титаник” пароходы ҡалдыҡтары араһында табылған портсигар менән таныша ала.

Күргәҙмә экспонаттары көнбайыш Европа һәм  Американың XVIII-XX быуаттарына ҡарай. Һәр бер экспонатҡа оҫтаның исеме яҙылған, мисәте ҡуйылған: Оффенбахтан Гендель, Буддерс, Элкингтон һәм Мейсон, Меридан, Гохрам һәм башҡалар.

Барокко, классицизм, эклектика, модерн – барыһы ла күргәҙмәнең экспонаттарында сағылыш тапҡан.

Үҙенсәлекле күргәҙмәлә төрлө с амауырҙар, батмустар, сәйнүктәр менән танышырға мөмкин.  Көмөш, баҡыр,  янтарҙан эшләнгән сәнғәт өлгөләре менән танышырға теләһәгеҙ- Башҡортостандың Милли музейында барған  “Нәзәкәтле сәй эсеү. Боронғо һауыт-һаба донъяһы” күргәҙмәһенә юл алығыҙ.

 Гүзәл Багаева

 

 

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb