Өфөлә «Оҫталыҡ сығанағында» күргәҙмәһе асыла

Өфөлә «Оҫталыҡ сығанағында» күргәҙмәһе асыла

 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Өфө ҡалаһында 25 май көнө  «Ижад» күргәҙмә залында  Өфө художество-гуманитар колледжы йыйылмаһынан һынлы сәнғәт, графика һәм декоратив-ҡулланма сәнғәт эштәренән торған «Оҫталыҡ сығанағында» исемле күргәҙмә асыла.

Өфө художество-гуманитар колледжында белем алыусылар художество кәсептәренең серҙәрен өйрәнә, декоратив-ҡулланма сәнғәт һәм халыҡ кәсептәре әйберҙәрен эшләү оҫталығына төшөнәләр.

 Студенттарҙың һәм уҡытыусыларҙың ижади нәфис эштәре әленән-әле ҡала, республика, бөтә Рәсәй, халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә һәм бәйгеләрҙә призлы урындар яулай.

 Йәш һөнәрмәндәр «Тере бумала», «Йәш һәләттәр», «Рәсәй оҫталары менән дан тота», «Ладья» кеүек бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнаша.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb