Өфөлә П.А. Ойунский исемендәге Саха Академия театры гастролдәре
М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында 4-7 ноябрь көндәре Рәсәйҙең әйҙәп барыусы милли театрҙарының береһе – П.А. Ойунский исемендәге Саха Академия театры гастролдәре башлана.
Бөгөн 1 ноябрь көнө М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Саха театрының Евразия гастролдәренә арналған матбуғат конференцияһы булып үтте.
Конференцияла П.А. Ойунский исемендәге Саха Академия театрының художество етәксеһе , РФ-ның халыҡ артисы Андрей Борисов, театрҙың директоры, Саха Республикаһының халыҡ , РФ-ның атҡаҙанған артисы Анатолий Николаев, театр актеры, Саха Республикаһының халыҡ, РФ-ның атҡаҙанған артисы, СССР дәүләт премиялары лауреаты Ефим Степанов ҡатнашты.
Саха Академия театры бер нисә мәртәбә “Науруз” Халыҡ-ара фестивалендә ҡатнаша. Быйыл П.А. Ойунский исемендәге Саха Академия театры 110 йыллыҡ юбилейын билгеләй.
Гастролдәр афишаһында Саха театрының иң яҡшы спектаклдәре:
4 ноябрь 19.00 сәғәттә Сыңғыҙ Айтматовтың “Хыялдағы зәңгәр диңгеҙ ярым” ("Желанный голубой берег мой..." ) спектакле, режиссеры – Андрей Борисов. Спектакль бер нисә тапҡыр театр фестивалдәре лауреаты, 1986 йылда СССР-ҙың Дәүләт премияһына лайыҡ булған.
5 ноябрь 19.00 сәғәттә У. Шекспирҙың «Тиит» спектакле. Был әҫәр бик күп фестивалдәрҙә ҡатнашып, төрлө номинацияларҙа еңеп сыҡҡан.
Спектакль яҡут театры традициялары һәм Шекспирҙың «ҡанлы трагедияһы» «Тит Андроник» пьесаһының үҙенсәлекле үрелеше менән айырылып тора. Саха театрында спектаклде «Тиит» тип атағандар. Режиссер был пьесала Шекспир әҫәрҙәрендәге Ромео һәм Джульетта, Гамлет, Король Лирҙы һәм Квентин Тарантино фильмдарындағы образдарҙы күргән. «Ҡанлы трагедия» жанрына керетелеүсе «Тит Андроник» трагедияһы Уильям Шекспирҙың башланғыс ижадында яҙылған әҫәрҙәрҙең береһе.
6 ноябрь – Өфө татар “Нур” театры сәхнәһендә Н. Лугиновтың Лен Гримм әҫәре буйынса «Хуннские повести» һәм 7 ноябрь – Б. Брехтың «Мамаша Кураж и ее дети» спектаклдәре күрһәтеләсәк.
Спектаклдәргә билеттарҙы Башҡорт дәүләт академия драма театры сайтының Билеттар сәхифәһендә алырға мөмкин, касса телефоны (847) 272-35-33.