Баш ҡала парктарының береһенә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев исеме бирелде. Өфө ҡалаһы Советы ҡарары менән уның исемен Көньяҡ микрорайонындағы парк йөрөтәсәк.
Рауил Төхвәт улы Бикбаев (12.12.1938 – 23.04.2019) – Башҡортостандың халыҡ шағиры, филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Өфө ҡалаһының почетлы гражданины.
Был тәҡдим менән Өфө ҡалаһы хакимиәтенә Башҡортостандың Яҙыусылар союзы, республиканың Башҡорт, рус һәм башҡа туған телдәр уҡытыусыларының ассоциациялары, Көньяҡ микрорайоны халҡы мөрәжәғәт иткән.
“Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Хәбиров указы буйынса Өфөнөң Дим биҫтәһендәге 102-се гимназияһына, паркка һәм урамға Рауил Бикбаев исеме бирелде. Шулай уҡ шағирҙың исемен мәңгеләштереү маҡсатында республикала һәм тыуған яғы – Ырымбур өлкәһендә байтаҡ ҡына саралар эшләнәсәк.
Был парк мәҙәни сараларҙы үткәреү өсөн ҡулайлаштырылған парктарҙың береһе итеп планлаштырылды. Әле унда ағастар ултыртыу, матурлау өсөн байтаҡ эштәр башҡарыла”, - тине БР Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев.