Өфөлә Республика Башлығы грантына үткәрелгән “Минең данлы Башҡортостаным!” тип аталған поэмалар конкурсына йомғаҡ яһалды

Өфөлә Республика Башлығы грантына үткәрелгән “Минең данлы Башҡортостаным!” тип аталған  поэмалар конкурсына йомғаҡ яһалды

15 ноябрҙә Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзында Шиғриәт байрамы үтте. Унда танылған шағирҙар, яҙыусылар, журналистар һәм башҡа ҡунаҡтар ҡатнашты. Шулай уҡ Республика Башлығы грантына үткәрелгән “Минең данлы Башҡортостаным!” тип аталған  поэмалар конкурсына ла йомғаҡ яһалды.

Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев үҙ сығышында билдәләүенсә, конкурсҡа 30-ға яҡын ижадсынан 40-ҡа яҡын әҫәр ҡабул ителгән. “Әлбиттә, шул тиклем поэмалар ижад ителеүе иң тәүҙә әҙәбиәтебеҙ өсөн ҙур этәргес”, - тине ул. Баҡһаң, поэма оҫталары араһында ошоғаса бер ниндәй конкурс үткәрелмәгән икән.


“Минең данлы Башҡортостаным!” поэмалар конкурсының еңеүсеһе тип Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев иғлан ителде. Уның “Һуңғы төн” тип аталған поэмаһы Шәйехзада Бабич ғүмеренең аҙаҡҡы сәғәттәренә арналған. 2-се урынға Тамара Ғәниева менән Мәүлит Ямалетдинов лайыҡ тип табылды.

Ә 3-сө урындарҙы Лариса Абдуллина, Рита Фәтҡуллина, Ринат Сөләймәнов кеүек һүҙ оҫталары бүлеште.

Мөнир Иҡсановҡа Яҙыусылар союзының махсус бүләге генә түгел, Башҡортостан Республикаһының “Халыҡты хоҡуҡи яҡлау комитеты”ның 15 мең һум күләмендә сертификаты тапшырылды. Уны ойошманың етәксеһе Илнур Зарипов тапшырҙы.

Башҡа ижадсылар ҙа буш ҡул менән ҡайтманы – ҡатнашыусылар иҫтәлеккә Рәми Ғариповтың көндәлектәрен алып ҡыуанды. Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев быйыл юбилейҙарын билдәләгән ҡәләмдәштәребеҙҙе лә ихлас ҡотлап үтте һәм уларға сәскә гөлләмәләре бүләк итте. Әлбиттә, был матур байрам дәртле йыр-моң менән үрелеп барҙы.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb