16 апрелдә 17 сәғәттә Салауат Юлаев майҙанында Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының Милли кейем көнөнә арналған Ритайым Party байрамы була.
Байрам программаһында – Өфө артистарының һәм ижади коллективтарының сығышы, уйын-көлкө, тамашасылар ҙа концертта әүҙем ҡатнашырға мөмкин.
«Сараның күп йыллыҡ тарихы бар, совет осоронда «пятачок» бик популяр ине, унда йыр-моң, төрлө уйындар гөрләп торҙо. Һеҙҙе халыҡ байрамында көтөп ҡалабыҙ», — ти ойоштороусылар.
2020 йылдан республикала Милли кейем көнө Радий Хәбировтың указына ярашлы уҙғарыла. Республика халыҡтарының милли кейеме көндәре йылына ике тапҡыр: апрелдең — өсөнсө, сентябрҙең икенсе йомаһында уҙғарыла.
Ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Халыҡтар дуҫлығы йорто, Өфө ҡалаһының Киров районы хакимиәте.