Өфөлә Республика көнөнә арналған концертта Юрий Шевчук сығыш яһай

Өфөлә Республика көнөнә арналған концертта Юрий Шевчук сығыш яһай

11 октябрҙә Өфөлә Республика көнөнә арналған мәҙәни саралар үтәсәк. Байрам саралары өсөн төп майҙансыҡ итеп «Торатау» конгресс-холының Өфө амфитеатры һайланған.

Республика көнөнә ҡарата программа «Урал батыр уты»Төбәк-ара башҡорт мәҙәниәте марафоны  менән башлана. Марафон сиктәрендә концерттар серияһы республиканың бөтә ҡалаларында һәм райондарында үтәсәк.

Өфө амфитеатрында «Zainetdin» шоу-проекты, Elvin Grey, Thomas Mraz, «Премьер» һәм «Lumen» төркөмдәре сығыш яһаясаҡ.

Программаның хедлайнеры – БР халыҡ артисы Юрий Шевчук һәм ДДТ төркөмө.

Шулай уҡ был көндә тамашасылар БР дәүләт академия хор капеллаһы һәм Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәләт филармонияһы солистары менән бергә “БР гимны” флешмобында ҡатнаша ала.

Программа киске сәғәт 6-ла башлана. Ойоштороусылар битлек кейеү мотлаҡ икәне тураһында иҫкәртә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb