Өфөлә Республиканың ойошторолоуына 100 һәм 2020 йылғы Бөтә донъя Фольклориадаһына арналған «Сәсән һәм Донъя» концерты үтә

Өфөлә Республиканың ойошторолоуына 100  һәм 2020 йылғы Бөтә донъя Фольклориадаһына арналған «Сәсән һәм Донъя» концерты үтә

Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына һәм 2020 йылғы Бөтә донъя Фольклориадаһына арналған тамаша 26 мартта, Республика халыҡ ижады үҙәгенең Мәҙәниәт йортонда уҙасаҡ.

Сарала Рәсәйҙә һәм республикала күренекле ғалим-сәсән, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Халыҡ-ара аҡындар, дастансылар бәйгеһе, «Рәсәй тауыштары» бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты Розалиә Солтангәрәева һәм М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты янындағы Сәсәндәр мәктәбенән уңың уҡыусылары: Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Илшат Мөслимов (скрипка), халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты Гүзәл Үмәрғәлина (думбыра), «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле солисы Зәлиә Ғәниәтуллина (ҡыл-ҡумыҙ), Рөстәм Ғүмәров, Байрас Күсәрбаев (ҡурай), Иршат Ильясов (думбыра), Сәнғәт училищеһының думбырасылар ансамбле, йырсылар ҡатнашасаҡ.

Концерт  Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте һәм «Башҡортостан Республикаһы Сәсәндәр үҙәге» фольклорын үҫтереү буйынса автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма ярҙамында ойошторола.

Сара сәғәт 19.00 башлана.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb