Өфөлә республиканың 100-йыллығына арналған Бөтә рәсәй һынлы һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте

Өфөлә республиканың 100-йыллығына арналған Бөтә рәсәй һынлы һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте

6 декабрҙә Өфөлә республиканың 100-йыллығына арналған Бөтә рәсәй һынлы һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте.

Сараны ойоштороусылар: Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, М. В. Нестеров исемендәге Башҡортостан дәүләт художество музейы, Башҡортостан республикаһы Бөтә рәсәй ижади ижтимағи ойошманың «Рәсәй рәссамдар союзы» региональ бүлеге.

Мәҙәниәт министры урынбаҫары Шамил Абдраҡов күргәҙмәлә ҡатнашыусыларҙы Мәҙәниәт министрлығы исеменән тәбрикләне.

Конкурста барлығы 218 рәссам ҡатнашҡан. 583 әҫәр араһынан эксперт советы 317 эш һайлап алған.

Күргәҙмәлә төрлө жанрҙағы эштәр тәҡдим ителгәйне: һынлы сәнғәт, баҫма һәм уникаль графика, скульптура әҫәрҙәре һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте (нәфис туҡыусылыҡ, кейеҙ, керамика, һөйәк һәм ағас һырлау буйынса, ҡурсаҡ, арт-объекттар).

Билдәләп үтәйек, конкурс һөҙөмтәләре буйынса музей фонды яңы экспонаттар менән тулыланды.

Башҡортостан республикаһы Мәҙәниәт министрлығы ярҙамы менән Нестеров музей фондына иң яҡшы эштәр һаҡлауға тапшырылды.

М. В. Нестеров исемендәге Башҡортостан дәүләт художество музейында экспозициялар менән 2018 йылдың декабрь уртаһына тиклем танышырға мөмкин.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb